Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
11 Октябрь 2022, 10:45

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр лайыҡ булды?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаттары билдәләнде.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр лайыҡ булды?Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр лайыҡ булды?
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр лайыҡ булды?

Быйыл ошо абруйлы наградаға Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты өсөн «Архтамға» эксперт-проект бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре: генераль директор Рөстәм Әлибаев, баш инженер Илфат Аҡтуғанов, баш архитектор Гөлфиә Тажетдинова;

«Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре» проекты өсөн Башҡортостандың Милли симфоник оркестры хеҙмәткәрҙәре: генераль директор Артур Нәзиуллин, баш дирижер Дмитрий Крюков;

«Ат уйнатып алдан бара... » спектакле өсөн Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Артур Кәбиров, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәис Низаметдинов лайыҡ булды.

Башинформ

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр лайыҡ булды?
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр лайыҡ булды?
Автор:
Читайте нас