

Бөгөн Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
Халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы һәм артисы Фидан Ғафаров Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Фидан Сафа улы 1967 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Башҡорт милли театрында тотош дәүер уға бәйле. Хеҙмәт йылдарында Фидан Ғафаров Башҡортостандың театр сәнғәте хазинаһына ингән күп ролдәрҙе башҡара. Ул - халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы ла. Фидан Ғафаровтың спектаклдәрҙәге йырҙары театрҙың визит карточкаһына әүерелде һәм күңелдәрҙе моңға сорнап йәшәүен дауам итә.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡортостан мәҙәниәте тарихы һәм тарихы бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре Инга Гвоздикова ла Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды. Уны һәр кем билдәле тарихсы, Салауат Юлаевты өйрәнеүсе тип белә.
Халыҡтар дуҫлығы орденына шулай уҡ Рәсәй һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөлөш академияһының скульптура һәм композиция кафедраһы мөдире, Рәсәй художество академияһы академигы Салауат Щербаков лайыҡ булды. Ул – скульптор-монументалист, профессор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл авторы.
Мәләүез районының Нордовка ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ишәкәев Салауат Юлаев ордены менән наградланды. Ул ошо ауылдан. Хеҙмәт юлын колхозда ябай механизатор булып башлай. Беренсе тракторы – "ДТ-75". 2010 йылда Илдар Хәйервар улына Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелә. Һуңынан депутат итеп һайлана. 2017 йылдан – тыуған ауылында хакимиәт башлығы. Шулай ҙа ҡайһы берҙә баҫыуҙа эшләргә сығып китә. 2022 йылда ер һөрөү буйынса IX асыҡ Рәсәй чемпионатында икенсе урынды яулаған.
Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – министр Азамат Абдрахманов менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы рәйесе Рафаил Диваев генерал Шайморатов ордены кавалеры булды.
Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, Совет һәм Рәсәй хирург-офтальмологы, медицина фәндәре докторы, профессор, юғары категориялы хирург, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы Эрнст Мулдашев “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Ошо уҡ наградаға Башҡорт дәүләт университеты Тарих һәм дәүләт идара итеүе институтының Рәсәй тарихы, историография һәм сығанаҡтар өйрәнеү кафедраһы доценты Рәмил Рәхимов лайыҡ булды.
Фото: Олег Яровиков.
https://bashgazet.ru