

Республикала шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйыу дауам итә. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә был культура биләгән майҙандың 70 проценты эшкәртелгән. Был 32 мең гектар тигән һүҙ. Тулайым уңыш 900,5 мең тонна тәшкил итә. Уртаса уңдырышлылыҡ гектарға 287 центнер тура килә. Был былтырғынан күберәк, 2020 йылдан кәмерәк (270 һәм 450 ц/га).
Сөгөлдөр уңышы Шишмә һәм Благовар райондарында иң күбе – 183 һәм 155 мең тонна. Уңдырышлыҡ буйынса Ҡырмыҫҡалы (350 ц/га) һәм Ауырғазы (315 ц/га) райондары алдынғы.
Респуцбликаның шәкәр заводтарында яңы уңыштың 311 мең тонна сөгөлдөрө эшкәртелгән. «Раевсахар» 27 мең тонна, Шишмә шәкәр заводы 19,3 мең тонна шәкәр етештергән. Әҙер продукцияның уртаса сығышы 14,7% тәшкил итә (асыҡ мәғлүмәттәр буйынса был Татарстан менән тигеҙ). Шәкәр етештереүҙән ҡалған жом һәм патока малсылыҡ өсөн ҡиммәтле продукт булып тора.
https://www.bashinform.ru