Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
14 Октябрь 2022, 11:29

Башҡортостандан ун кеше премияға лайыҡ булды

Бөгөн баш ҡалала Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты булдырған «Путин командаһы» граждандар премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Унда үҙ Ватанының лайыҡлы вәкилдәре булған һәм Путиндың командаһына ингән кешеләргә почетлы наградалар тапшырылды.

Башҡортостандан ун кеше  премияға лайыҡ булдыБашҡортостандан ун кеше  премияға лайыҡ булды
Башҡортостандан ун кеше премияға лайыҡ булды

«Бөгөн, 14 октябрҙә, беҙ, хәүефкә һәм ауырлыҡтарға ҡарамайынса, Ватаныбыҙ өсөн үҙҙәрен аямайынса эштәрен башҡарыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Халыҡ фронты барлыҡҡа килгәндән алып ғәҙеллек өсөн көрәшә һәм ябай кешеләр өсөн эшләй. Һеҙ иң киҫкен һәм проблемалы һорауҙарҙы күтәрәһегеҙ, ранг һәм вазифаларға ҡарамай уларҙы хәл итергә өндәйһегеҙ, шуға күрә лә кешеләр һеҙгә ышаныс һәм хөрмәт менән ҡарай. Халыҡ фронты иң мөһим һәм ҡатмарлы урындарҙа, ярҙам кәрәк ерҙә эшләй. Ул үҙҙәренең эше менән донъяны яҡшыға үҙгәрткән кешеләр тураһында «Путин командаһы» премияһын булдырҙы. «Путин командаһы» ағзаһы булыу ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ тигәнде аңлата, шуға күрә лә был халыҡ премияһы яҡшы репутациялы һәм ысын ҡаҙаныштары булған кешеләргә генә тапшырыла. Тап шундай кешеләр махсус хәрби операция мәлендә нацистарға ҡаршы көрәшә, госпиталдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡара,  азат ителгән урындарҙа ҡала-ауылдарҙы тергеҙә, журналистика бурысына тоғро ҡала, Украинала нимә булғаны тураһында дөрөҫтө һөйләй, волонтер булып эшләй, гуманитар йөктәрҙе оҙатып бара. Уларҙың һәр береһе республикабыҙ һәм илебеҙ яҡшыраҡ булһын тип тырыша, кешеләргә тәүлек әйләнәһенә ярҙам итә. Был кешеләргә рәхмәт әйтәбеҙ һәм барыһына ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйбеҙ», - тине БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Башҡортостандан 10 кеше «Команда Путин командаһы» премияһы лауреаты булды. Улар: ирекмән водителдәр Александр Анисимов һәм Валентин Войтович, гуманитар ярҙам йыйыусы ирекмән Константин Яшин, ҡотҡарыусы Дмитрий Фәрхетдинов, волонтеры-медиктар Эльвира Халисова һәм Лиана Чабанова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин һәм фотохәбәрсе Олег Яровиков, хәрби хәрәкәттәр ветераны Тимерйән Рәжәпов, разведвзвод командиры, Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияла ҡатнашыусы Әлфит Ниғәмәтйәнов.  

https://www.bashinform.ru

 

Башҡортостандан ун кеше  премияға лайыҡ булды
Башҡортостандан ун кеше премияға лайыҡ булды
Автор:
Читайте нас