Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
13 Октябрь 2022, 19:01

Ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ ултыртабыҙ

Һарымһаҡты ултыртыу ваҡыты: 25 сентябрь - 25 октябрь.

Ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ ултыртабыҙҠышҡылыҡҡа һарымһаҡ ултыртабыҙ
Ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ ултыртабыҙ

Һарымһаҡ яратмаған кеше һирәктер. Ул һәр аҙыҡҡа үҙенсәлекле тәм бирә. Ә инде ҡышҡылыҡҡа консервалау эштәрен һарымһаҡһыҙ башҡарыу мөмкин түгел. Ул күп ауырыуҙарҙан дауа булып та тора.

Ғәҙәттә, һарымһаҡтың ике төрөн: ҡыяҡ сығара һәм сығармай торғанын да ултырталар. Ҡыяҡ сығарғандарҙан “Грибовский 80”, “Парус”, “Башкирский 85”, ә ҡыяҡһыҙҙарҙан “Новосибирский” сорттарын киң ҡулланалар.

Һарымһаҡты ултыртыу ваҡыты: 25 сентябрь - 25 октябрь. Уны ташҡабаҡ, ҡыяр, кәбеҫтә үҫкән урынға ултыртыу кәңәш ителә. Ә бына түтәлдә һуған йәки һарымһаҡ үҫкән икән, был урынға 3-4 йылдан һуң ғына сәсәләр. Тупраҡ температураһы +7 градустан түбән булырға тейеш түгел.

Һарымһаҡты тырнаҡтарғабүлеп, 2 минут тоҙло һыуҙа (5 л һыу иҫәбенә 3 ашҡалағы тоҙ) тотҡас, йыумайынса түтәлдәргә ултырталар. 6-8 см тәрәнлектәрәттәр һыҙыла. Рәт аралары 20-25 см, ә ултыртылған һарымһаҡ аралары 6-8 см булырға тейеш. 2-3 аҙна үткәс, 2 см ҡалынлыҡта итеп торф йәки серетмә индерһәң яҡшыраҡ булыр.

Фото: kakogo-chisla.ru

Башҡортостан календарынан.

Ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ ултыртабыҙ
Ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ ултыртабыҙ
Автор:
Читайте нас