

Был пончик өсөн 350 гр он, 1 балғалаҡ әсетке, 2 аш ҡалағы шәкәр, 50 мл йылы һыу, 100 мл йылы һөт, 1 йомортҡа, семтем тоҙ, 2 аш ҡалағы крахмал кәрәк була.
Һаналып үтелгән аҙыҡ-түлектән ҡамыр баҫабыҙ ҙа ҡалҡһын өсөн йылы урынға ултыртып торабыҙ.
Унан ҡыҙған көнбаҫыш майы менән бешереп алабыҙ.
Шулай уҡ был пончикты 200 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала ла бешереп була.
Кремды эшләү өсөн 3 йомортҡаға 600 мл һөт ҡойоп болғатабыҙ ҙа 100 гр шәкәр, 2 аш ҡалағы крахмал, семтем тоҙ ҡушып болғатабыҙ ҙа утҡа ултыртабыҙ. Ҡуйырғансы бешерәбеҙ һәм уттан алабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп пончиктар яһайбыҙ, йәғни түңәрәкләп ҡырҡып сығабыҙ. Унан 30 минут тирәһе өҫтөнә таҫтамал ябып ҡалдырып торабыҙ. Ҡабарып сыҡҡан пончиктарҙы майҙа йәки духовкала бешереп алабыҙ.
Бешеп сыҡҡан пончиктарҙы шәкәр пудраһында әүәләйбеҙ һәм эсенә крем индерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!