

- Мәктәпте тамамлағандан һуң, мин Бәләбәй ҡалаһында ашнаҡсыға уҡыным һәм Айыт мәктәбе ашханаһында эшләй башланым. Эшебеҙ буйынса беҙҙе әленән-әле уҡытып торалар, аттестация уҙабыҙ. Мин инде хәҙер 5-се разрядлы повар. Тәжрибә йылдар уҙыу менән килә, тиҙәр, әммә иң мөһиме – үҙ һөнәреңде яратыу, – ти Лилиә Кәрим ҡыҙы үҙенең эше тураһында.
Бөгөн заманса ашханала барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған: заманса кухня ҡорамалдары, өҫтәл һәм ултырғыстар алынған. Балалар ризыҡтарҙы ҙур кинәнес менән ашаһын өсөн һауыт-һабаның таҙа һәм сифатлы булыуына ла өҫтөнлөк бирелә, һауыт-һабаны әленән-әле яңыртып торола, шулай уҡ санитария талаптарының теүәл үтәлеүенә иғтибар ҙур.
Көндөң күпселек өлөшөн мәктәптә уҙғарыусы балаларҙың сәләмәтлеге нисек туҡланыуҙарына ла бәйле, шуға ла бында туҡланыу һәр йәһәттән дөрөҫ, калориялы, витаминдарға бай, беренселәргә лә, өлкән кластағыларға ла сәләмәт, туҡ булырға, мәктәп программаһын үҙләштереүгә мөмкинлек бирерҙәй булырға тейеш. Район мәғариф учреждениеларында ҡаралғанса, балалар берҙәм меню нигеҙендә туҡлана. Бында итле аш, салат, төрлө бутҡалар, компот һәм емеш-еләк тә бар. Көн һайын Бишбүләк райпоһынан яңы бешкән икмәк килтерелә.
- Эш сәғәтем иртәнге 7-лә башлана, сөнки көн дауамында 250-ләгән уҡыусыны ашатырға тура килә. Әлбиттә, улар беҙгә кластар буйынса сиратлап йөрөйҙәр. Иң тәүҙә ишле ғаиләлә үҫкән балаларҙы ашатабыҙ (23 кеше), артабан сират башҡаларға етә, - ти, тилбер ҡуллы ханым.
Яңы уҡыу йылы башынан ашнаҡсы Лилиә Ғәфүр ҡыҙы өсөн яуаплылыҡ тағы ла арта төшкән – бында Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылар өсөн дә аш-һыу әҙерләнә. Беренсе һәм икенсе блюдолар махсус термостарға һалып ебәрелә.
- Көнөм плитә янында ҡайнашып үтә тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Иртәнге сәғәттәрҙә үк аш-һыу яраштырыу өсөн әҙерлек эштәре башлана. Ә бешергән аштарым тәмле булһын өсөн бар тырышлығымды һалам, – ти ул, йылмайып.
Лилиә Кәримованың ярҙамсылары Рузилә һәм Айгөл бындағы таҙалыҡ, бөхтәлек өсөн өсөн яуап бирә. Ашхана хеҙмәткәрҙәре берҙәм, татыу, бер һүҙҙә булып эшләйҙәр. Был коллективта повар-бригадир Олия Мәхмүт ҡыҙы Хәбибуллина оҙаҡ йылдар эшләй, ул аҙнаһына ике тапҡыр “Добрый день” күмәртәләп һатыу базаһынан килтерелгән продукцияны ҡабул итә. Һәр мәктәп яны участкаһындағы кеүек, Айыт мәктәбе уҡыусыларының тырышлығы менән үҫтерелгән сөгөлдөр, кәбеҫтә, һуған дөйөм туҡланыуға тотонола.
Эйе, ашнаҡсы һөнәре - ҙур оҫталыҡ, түҙемлек, көс талап итә торған эш. Лилиә Ғәфүр ҡыҙы хеҙмәтенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарағанға һәм тырышлығы, кешегә ихтирамлы булыуы менән коллективта ла, ауылдаштары араһында ла олы хөрмәт яулаған. Ә эшендә уның өсөн иң мөһиме - балалар ашап сыҡҡандан һуң буш ҡалған тәрилкәләр, уҡыусыларҙың “бик тәмле булды”, “Рәхмәт!” тип ихлас күңелдән әйтелгән һүҙҙәре һәм ата-әсәләрҙең ҡәнәғәт булыуы.
Хеҙмәтендә тырышлығы, кешегә ихтирамлы булыуы белән олы хөрмәт яулаған Лилиә Ғәфүр ҡыҙы уҡыусыларҙы ғына түгел, ғаиләһен дә телде йоторлоҡ ризыҡтар, ҡамыр аштары менән һыйларға ярата. Лилиә тормош иптәше Зинур менән өс балаға ғүмер биреп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иткәндәр. Кәримовтар ауыл кешеләренә хас булғанса, күпләп мал-тыуар ҙа аҫрай, йәшелсә-емештән йыл һайын мул уңыш алалар, ә Лилиәнең үҫтергән сәскәләре яҙҙан алып көҙгәсә балҡып ултыра.
- Беҙҙең Радмир улыбыҙ хәҙер инде үҙенең ғаиләһе менән Сорғотта йәшәй, Зимфира ҡыҙыбыҙ менән Илдар улыбыҙ - студенттар. Икеһе лә Санкт-Петербургта уҡый: береһе фармацевт булырға йыйынһа, икенсеһе Питерҙағы хәрби академияның III курсында. Балаларыбыҙ каникулға ҡайтҡанда, уларҙы балан ҡыҫтыбыйы, ҡоймаҡ, бауырһаҡ, торт бешереп, төрлө тәмлекәстәр менән һыйлайым, - ти, балалары өсөн хәтәрлекле һәм яғымлы әсәй.
Ләйлә Ғүмәрова.
Автор фотоһы.