Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
20 Октябрь 2022, 07:20

М-5 федераль трассаһының яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды

Был юл Башҡортостандың инфраструктура үҫеше өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. 

М-5 федераль трассаһының яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылдыМ-5 федераль трассаһының яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды
М-5 федераль трассаһының яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды

М-5 федераль трассаһының был өлөшөнән тәүлегенә 15 мең самаһы транспорт сараһы үтә. Хәҙер ул тулыһынса заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Магистраль киңәйтелгән, транспорт ағымдары араһында тимер барьерҙар, юл билдәләре, ҡоймалар ҡуйылған, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Һайран-Ҡандра йүнәлешендә юлүткәргес тә төҙөлгән.Шуға ла юлдың был өлөшөндә авариялар бермә-бер кәмер тигән фекерҙә белгестәр.

Был урында магистраль 6 һыҙатҡа тиклем киңәйтелгән, Автобус пассажирҙары өсөн туҡталыш павильондары, ултырыу майҙансыҡтары йыһазландырылды

Федераль трассаның яңы участкаһы Рәсәй юлдарын киңәйтеү комплекслы системаһын яңыртыу сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды. Документ ил президенты тарафынан раҫланған. Уға ярашлы, 2030 йылға тиклем Башҡортостан аша үткән М-5 федераль трассаһын 6 йәки 4 һыҙатлы итеп киңәйтеү ҡарала.

https://vk.com/etegenrb

 

М-5 федераль трассаһының яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды
М-5 федераль трассаһының яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды
Автор:
Читайте нас