Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
21 Октябрь 2022, 17:23

Халыҡ шағирын данлап

Сәхнә түренән Рәми Ғариповтың шиғырҙары яңғыраны. 

Халыҡ шағирын данлапХалыҡ шағирын данлап
Халыҡ шағирын данлап

Быйыл республикала халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90-йыллығы киң билдәләнде. Ошо уңайҙан Бишбүләк 1-се урта мәктәбҽндә лә матур шиғриәт байрамы үттҽ. Районыбыҙҙың төрлө белем усаҡтарынан килгән 1-9 класс уҡыусылары бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләү буйынса һынау тотто.

Рәми Ғариповтың башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны иҫ киткес юғары. Был хаҡта яҙыусы, Ф.Кәрим, М.Аҡмулла премияһы лауреаты Фәнис ағай Янышев һөйләп үтте. Башҡорт шағиры үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бихисап шиғырҙар ижад итеүҙән тыш, оҫта тәржемәсе лә була, Рудаки, Ғ. Хәйәм робағиҙарынан алып Шекспир, Гете, Гейне һәм Пушкин, Лермонтов, Абай, С.Есенин һ.б. шиғырҙарын башҡортсаға әйләндерә.

Йола буйынса, сараны мәктәп дирҽкторы Урал Риза улы асып, һәммәһенә лә уңыштар теләне. Уҡыусылар менән аралашырға тип Өфөнән Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов, “Йәшлек” гәзитенең хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова килгәйне.  

Шиғыр һөйләүсҽләр араһында ярыш бик көсөргәнҽшлҽ барҙы. Күп кенә уҡыусыларҙың үҙҙәрҽн сәхнәлә тота бҽлҽүҙәрҽ, дөрөҫ интонация мҽнән һөйләүҙәрҽ яҡшы әҙҽрлҽк мҽнән сығыуҙарын күрһәтҽп тора инҽ. Шағирҙың һәр кемгә таныш “Туған тел”, “Кеше”,  “Һандуғас”,  “Нимә һуң ул бәхет”,  кеүек шиғырҙар бер нисә тапҡыр ҡабатланһа ла, һәр кем уны үҙенсә яңғыратты. Сәхнә түренән шиғыр һөйләүселәр өсөн залдағы уҡытыусылары ла янып-көйөп ултырҙы. Туған телдәр буйынса район методик берекмәһе етәксеһе Гөлназ Дамир ҡыҙы Фәйрушина, “Дим буйҙары” гәзитенең хәбәрсеһе Ләйлә Ғүмәрова һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилара Минулла ҡыҙы Батраеванан торған баһалама ағзалары егерме дүрт ҡатнашыусы араһынан урындарҙы ғәҙҽл бирҽргә тырышты. Һөҙөмтәлә, иң яҡшы шиғыр һөйләүсҽләргә Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы исеменән дипломдар һәм мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Башҡа милләт балаларының да башҡорт телендә матур итеп шиғыр һөйләүе - һәр кемде һоҡландырҙы. Рәми Ғарипов үҙе әйткәнсә, “китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет, китап ҡәҙерен белгән кешегә” тигәндәй, әүҙем уҡыусыларға Фәнис ағай Янышевтың “Тоғро дуҫтар” һәм  Гүзәл Ситдикованың “Мин донъяны өйрәнәм” китаптары, “Аманат” журналы һ.б. бүләк ителде.

Белеүебеҙсә, шиғри һүҙгә, уның көсөнә иғтибар ҙур, йыл һайын билдәле шағирҙарҙың китаптары донъя күрә, ҙур күләмле шиғыр бәйгеләре ойошторола һәм яңы проекттар әҙерләнә.  Ә бына мәктәп йылдарынан үк  туған телгә һәм әҙәбиәткә булған ҡыҙыҡһыныу йылдар үтеү менән кәмемәһен, телен һаҡлаған халыҡ – илен яҡлаған халыҡ” тигәнде һәр кем иҫтә тотһа ине.

Ләйлә Ғүмәрова.

Автор фотоһы.

Халыҡ шағирын данлап
Халыҡ шағирын данлап
Халыҡ шағирын данлап
Халыҡ шағирын данлап
Автор:Гумерова Л
Читайте нас