

Был хаҡта Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә. 1 сентябрҙән 1 ноябргә тиклем “Күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм йорт эргәһендәге биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса иң шәп объект” конкурсында ҡатнашырға саҡыра.
Конкурс өс номинация – “Иң яҡшы күп фатирлы йорт”, “Иң яҡшы йорт эргәһендәге биләмә”, "Иң яҡшы подъезд” буйынса үткәрелә. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Еңеүселәр дипломдар һәм 100 мең һумдан бер миллион һумға тиклем аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк. Был аҡса күп фатирлы йортто һәм дөйөм милек составына ингән ер участкаһын ҡарауға тотоноласаҡ. Тағы ошо уҡ сумманан 15 мең һум аҡсаны күп фатирлы йорт советы рәйесенә йәки милекселәр ширҡәте идараһы рәйесенә биреү ҡаралған.
Конкурсҡа һығымталар 1 декабргә тиклем яһаласаҡ.
Документтар Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28-се йорт, 504-се бүлмәлә ҡабул ителә. Телефон: 8-917-401-02-24 (Ләйсән Салауат ҡыҙы Сафина).
Тулыраҡ мәғлүмәтте https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/490102 һылтанмаһы аша инеп ҡарарға мөмкин.
Фото: mobillegends.net
#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru