

"Бөгөн Өфөлә илдә тәүге мәктәп ашнаҡсыһына һәйкәл асылды. Беҙҙең төбәктә балалар туҡланыуы өлкәһендә 5500-ҙән ашыу кеше эшләй. Ашнаҡсылар республика мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында 360 меңдән ашыу баланы сифатлы, тәмле һәм файҙалы аҙыҡ менән тәьмин итә.
Балалар туҡланыуын ойоштороу сифаты федераль һәм төбәк конкурстарында бер нисә тапҡыр юғары баһа алды, ул хаҡлы рәүештә Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе һанала.
Һәйкәл, тәү сиратта, мәктәп ашнаҡсыһы һөнәренең абруйын күтәрергә тейеш. Скульптура Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге башланғысы менән булдырылған. Ижади уй-фекерҙе скульптор Андрей Асерьянц тормошҡа ашырған. Композиция металдан эшләнгән, уның бейеклеге - өс метр самаһы, ауырлығы - 350 килограмм.
Яңы арт-объект Өфөнөң йәнә бер биҙәге була. Ул Ғафури урамындағы 35-се мәктәп янында ҡуйылған. Һәм ҡала халҡына, ҡунаҡтарына оҡшар, тип ышанам.
Скульптураны эшләүҙә ҡатнашҡандарға, сараны ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәм", - тип яҙҙы ул.
Фото vk.com/wall560238882_770
https://bashgazet.ru