

1 декабргә тиклем милек, ер һәм транспортҡа, йәғни фатирға, дачаға, гараждарға, ер участкаһына, машинаға йәки башҡа күсемһеҙ милеккә, транспортҡа һалым түләргә кәрәк. Әлегә тиклем һалым белдереүе килмәгән икән, уны йәшәгән урын буйынса почта бүлексәһендә, күп функциялы үҙәктә, һалым хеҙмәтендә, шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалымдарҙы түлә” сервистары ярҙамында онлайн тәртибендә түләргә мөмкин. Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан. Һалым буйынса бурыстар менән Берҙәм дәүләт һәм муниципаль порталында ла (www.gosuslugi.ru) танышырға мөмкин.
Шулай итеп, һалымды берҙәм һалым түләүе, документ индексы, түләү документы реквизиттары, банкта, почта бүлексәһендә, түләү терминалдары, электрон сервисы квитанцияһы, үҙаллы тултырылған квитанция буйынса түләргә була.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының 8 (347) 226-38-00 телефоны буйынса һорап алырға мөмкин.
Фото: stapravda.ru
https://bashgazet.ru