Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
24 Октябрь 2022, 09:07

Өфө йылдан-йыл күркәмләнә

Тиҙҙән баш ҡалабыҙҙа «Өфө – хеҙмәт даны ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла, Ул  4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә асыласаҡ.

Өфө йылдан-йыл күркәмләнәӨфө йылдан-йыл күркәмләнә
Өфө йылдан-йыл күркәмләнә

«Беҙ ҡалаға ингән төркөмгә айырым иғтибар бирҙек. Минеңсә, яҡшы килеп сыҡты. Шул уҡ йәһәттән мин перфекционист булғас ҡайһы бер урындарҙы тағы ла матурыраҡ итергә теләр инем. Мәҫәлән, декоратив үҫемлектәрҙе өҫтәргә була», - тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров артабан  «Өфө – хеҙмәт даны ҡалаһы» стелаһын урынлаштырыу эштәре тамамланыуға бара тип белдерҙе. Уны асыу 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә йәшәүселәр һайлауы һөҙөмтәһе буйынса стела Ағиҙел йылғаһының төҙөкләндерелгән ярында, ҡалаға ингән автомобиль күперҙәренән уң яҡта урынлашасаҡ.  

Источник: https://bash.bashinform.ru

Өфө йылдан-йыл күркәмләнә
Өфө йылдан-йыл күркәмләнә
Автор:
Читайте нас