Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Новости
25 Октября 2022, 18:31

Клуб ишеге һис ҡасан да ябылмаһын!

Сиҙәкбаш ауылында мәҙәниәт йорто асылды.

Клуб ишеге һис ҡасан да ябылмаһын!Клуб ишеге һис ҡасан да ябылмаһын!
Клуб ишеге һис ҡасан да ябылмаһын!

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылында ошо көндәрҙә капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” федераль программаһына ярашлы башҡарылды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхийәнов ауыл халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән тәбрикләне.

– Мәҙәниәт йәшәргә тейеш! Клуб ишегенең һис ҡасан да ябылмауын, уның халыҡты йәлеп итеүен, ватансылыҡ үҙәгенә әүерелеүен теләйем, – тине ул.

Мәғлүм булыуынса, былтыр объектты төҙөкләндереүгә бюджеттан 3 658200 һум аҡса бүленгән. Уға клубтың ҡыйығы, йылылыҡ системаһы ремонтланған, тәҙрәләр өлөшләтә алмаштырылған. Быйыл иһә 7268250 һум йүнәлтелгән. Был аҡсаға бинаның фасады көпләнгән, күтәрмә, нигеҙ түшәмәһе тәртипкә килтерелгән, металл конструкциялар буялған. Клубтың эсендә лә ҙур эш башҡарылған. Коляскалағы инвалидтар өсөн электр күтәргесе ҡуйылған.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/491794/

https://bashgazet.ru

Клуб ишеге һис ҡасан да ябылмаһын!
Клуб ишеге һис ҡасан да ябылмаһын!
Автор:
Читайте нас