Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
26 Октябрь 2022, 05:33

Балан ҡайнатмаһы

Балан ҡайнатмаһы тәмле генә түгел, файҙалы ла. Уны көнөнә бер ҡалаҡ ҡына ашап, иммунитетты шаҡтай нығытырға мөмкин.

Балан ҡайнатмаһыБалан ҡайнатмаһы
Балан ҡайнатмаһы

Ингредиенттар:1 килограмм балан, 1 килограмм 300 грамм шәкәр, 300 миллилитр һыу.

Әҙерләү ысулы: ҡайнап торған һыуҙа баланды 5 минут тоторға. Шунан шәкәр һәм һыуҙан сироп әҙерләйбеҙ, уны баланға һалабыҙ һәм 12 сәғәткә ҡалдырабыҙ.

Унан инде баланды талғын утҡа ҡуйып, ярты сәғәт самаһы, масса ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Күбектәрен алып торабыҙ.

Әҙер ҡайнатманы стерилилләнгән банкаларға һалабыҙ һәм һалҡынса температурала һаҡлайбыҙ.

Сығанаҡ: vk.com

Фото: ideireceptov.ru

 

Балан ҡайнатмаһы
Балан ҡайнатмаһы
Автор:
Читайте нас