Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
26 Октябрь 2022, 04:33

Өфөнөң Вокзал урамында - янғын

Тиҙ арала ике ҡатлы кирбес бинаны ут ялмап ала.   

Өфөнөң Вокзал урамында  - янғынӨфөнөң Вокзал урамында  - янғын
Өфөнөң Вокзал урамында - янғын

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бинала бер кем дә булмай. Утты һүндереүгә 78 кеше һәм 24 берәмек техника йәлеп ителгән, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 44 кеше һәм 14 техника.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан байынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов урында янғынды һүндереү барышына идара итә. Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынында тәүтикшереүселәр һәм янғын һынау лабораторияһы белгестәре эшләй.

Фото: @mchsrb.

 

Өфөнөң Вокзал урамында  - янғын
Өфөнөң Вокзал урамында - янғын
Автор:
Читайте нас