Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
26 Октябрь 2022, 05:07

Хирургтар ҡатмарлы операция яһаны

Был ҡатмарлы операция ауыр хәлдәге пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу маҡсатында башҡарыла.

Хирургтар ҡатмарлы операция яһаныХирургтар ҡатмарлы операция яһаны
Хирургтар ҡатмарлы операция яһаны

Республика клиник дауаханаһында йылына бер нисә тапҡыр ошоға оҡшаш операция эшләнә, үпкә артериялары тромбоэмболияһын дауалауҙың төп ысулы булып ҡан ойоуын кәметеүгә һәм организмдың көсө менән тромбтарҙың өлөшләтә иреүенә йүнәлтелгән медикамент терапияһы тора.

Операция өҫтәленә 42 йәшлек ир эләккән. Пациентты ҡапыл тын алыу насарайыуы, хәлһеҙлек менән “Ашығыс ярҙам” бригадаһы килтергән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса үпкә артериялары тромбоэмболияһы, аяҡ ҡан тамырҙары тромбозы диагнозы ҡуйылған.

Пациент операция өҫтәлендә үк үҙен яҡшы тойған - тын алыуы иркенәйгән.

Үпкә артерияларының транслюминаль баллон ангиопластикаһы - ауыр хәлдәге пациенттарҙы ҡотҡарыу йәһәтенән юғары һөҙөмтәле дауалау алымы, операцияның маҡсаты – пациенттың ғүмерен ҡотҡарыу.

Әйткәндәй, РФ Президенты Владимир Путин менән “май указы” нигеҙендә тәҡдим ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”)  буйынса беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Нәҡ ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла.

#национальныепроекты#нацпроекты

bashgazet.ru

Хирургтар ҡатмарлы операция яһаны
Хирургтар ҡатмарлы операция яһаны
Автор:
Читайте нас