Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
26 Октябрь 2022, 05:18

Күп балалы атайҙарҙы ҡайтара башлағандар

Башҡортостанға хәрби өйрәтеү урындарынан күп балалы атайҙарҙы ҡайтара башлағандар. 

Күп балалы атайҙарҙы ҡайтара башлағандарКүп балалы атайҙарҙы ҡайтара башлағандар
Күп балалы атайҙарҙы ҡайтара башлағандар

Еландағы хәрби частан Балаҡатай районына ике яугир өйөнә юлланған. Бының турала район хакимиәте етәксеһе Мәсхүт Миңлеғәлин хәбәр итте.

«Балаҡатай районынан мобилизацияға эләккән өс балалы ике ир  ғаиләләренә ҡайтарылды. РФ Оборона министрлығы белешмәһе буйынса, хәрби хеҙмәткә саҡырылыуға кисектерелеүгә өс балаһы булған атайҙар ҙа индерелде. Районда ундайҙарҙан ике кеше асыҡланған», - тине ул социаль селтәрҙәрҙә.

Мәсхүт Миңлеғәлин был ирҙәр менән осрашҡан һәм Свердловск өлкәһендә ҡалған башҡа яҡташтарға нимә кәрәклеге тураһында белешкән.

https://www.bashinform.ru

Күп балалы атайҙарҙы ҡайтара башлағандар
Күп балалы атайҙарҙы ҡайтара башлағандар
Автор:
Читайте нас