+30 °С
Болотло


Хроник ринит, уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуҙан тыш, баш мейеһенең насар елләтелеүенә килтерә. Кеше насар йоҡлай, хырылдау йонсота, хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, апатия барлыҡҡа килә. Барыһына ла ваҡытында дауаланмаған тымау ғәйепле. Белгестең әйтеүенсә, хроник ринит кешене ғүмере буйы йонсотоуы ихтимал. Тымау тейеүенә ҡул һелтәп ҡарағанда, дауаламағанда, ул аҙасаҡ, аҙаҡ һауыҡтырып булмауы ла ихтимал. Табиптың әйтеүенсә, танау бүлгеһе кәкрәйгән кешеләрҙә хроник тымауҙың һәм башҡа танау сирҙәренең йыш осрауы билдәле.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото:ferret-pet.ru