Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
29 Октябрь 2022, 04:10

Ноғман Мусинға таҡтаташ ҡуйылды

Күренекле башҡорт прозаигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусин йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. 

Ноғман Мусинға таҡтаташ ҡуйылдыНоғман Мусинға таҡтаташ ҡуйылды
Ноғман Мусинға таҡтаташ ҡуйылды

Таҡтаташ яҙыусы 1983-2021 йылдарҙа йәшәгән Менделеев урамындағы 7/1 ҡуйылған. Таҡтаташҡа Ноғман Мусиндың портреты төшөрөлгән һәм уның иң популяр романдарының береһенең исеме — «Мин — мәңгелек урман» тигән һүҙҙәр яҙылған.

Сараға яҙыусының туғандары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары, журналистар йыйылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ноғман Мусин бер йыл элек, 31 октябрҙә, ауырып донъя ҡуйҙы. Бынан алдараҡ ул йәйгеһен үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас