Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
30 Октябрь 2022, 14:49

Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә

Үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә була. 

Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы биреләМахсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә
Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә

Үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә була. Бында яраланғандар хаҡында ла һүҙ бара — уларға хәрби хәрәкәттәр инвалиды статусы бирелә. Шулай итеп, үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, Рәсәй хәрбиҙәре кеүек үк, законда билдәләнгән льготалар, социаль ярҙам саралары менән файҙаланырға мөмкин. Был хаҡта Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин пленар ултырышта хәбәр итте. Бынан алда Дәүләт Думаһына ошо мәсьәләне хөкүмәт менән берлектә өйрәнеү бурысы йөкмәтелгәйне, тип иҫкә төшөрҙө ул.

Володин төрлө фракция депутаттарының был мәсьәләне күтәреп сығыуын да билдәләне. «Беҙ ил тураһында уйларға, аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ярышырға түгел, ә берләшергә тейешбеҙ», — тине Дәүләт Думаһы спикеры.

Сығанаҡ - https://bash.bashinform.ru

Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә
Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә
Автор:
Читайте нас