Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Новости
3 Ноября 2022, 09:25

Рогаликтар

Был тәмлекәсте бешерер өсөн 200 гр аҡ май маргарин (йомшарған), 200 гр 20 процентлы ҡаймаҡ, 4-5 стакан он (ҡамыр ҡулға ныҡ йәбешергә тейеш түгел), 2 йомортҡа һәм 1,5 балғалаҡ ҡоро сүпрә кәрәк булыр.

РогаликтарРогаликтар
Рогаликтар

Башта сөпрәне әҙерәк он, йылы һыу, 1 ҡалаҡ шәкәр һалып, болғап, күпертеп алабыҙ. Ул күпереп сыҡҡас, ҡамыр баҫабыҙ.

Әҙер ҡамырҙы 4 өлөшкә бүләбеҙ ҙә 3 мм ҡалынлығында итеп ҡамырҙы йәйәбеҙ. Эслек һалабыҙ (эслекһеҙ ҙә мөмкин) ҙа рогалик итеп төрәбеҙ. Өҫтөн шәкәргә төртәбеҙ ҙә, алдан ҡыҙҙырылған мейескә тығып, ҡыҙартҡансы бешереп алабыҙ.

Рогаликлы сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

https://ejansura.ru

Рогаликтар
Рогаликтар
Автор:
Читайте нас