Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
3 Ноябрь 2022, 19:02

Хайуандарҙа ҡотороу сире табылған

Чесноковка ауылында хайуандарҙың ҡотороу сире буйынса карантин индерелгән. Тейешле указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйған һәм ул хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең порталына һалынған.

Хайуандарҙа ҡотороу сире табылғанХайуандарҙа ҡотороу сире табылған
Хайуандарҙа ҡотороу сире табылған

Баҡтиһәң, үтә ҡурҡыныс сир ауылда йәшәүсе Николвй Николаев тигән кешенең шәхси хужалығында табылған. Тыйыу сараларын рәсми рәүештә сискәнсе карантинлы урынға, йәғни ауыл биләмәһенә эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу ярамай. Район власына белгестәр менән ҡурҡыныс эпизоотик сирҙең барлыҡҡа килеүен асыҡларға һәм уны юҡ итергә саралар күрергә ҡушылған.

ye102.ru

Хайуандарҙа ҡотороу сире табылған
Хайуандарҙа ҡотороу сире табылған
Автор:
Читайте нас