

2021-2022 йылдарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы Туймазы районының өс учреждениеһында балаларға өҫтәмә белем биреү йәһәтенән 199 яңы урын булдырылған, “Эколята”, “Йәш алхимик”, “Яңғырауыҡлы туп”, “Стайер”, “Материалдарҙы художестволы эшкәртеү”, “MEDIASTAR” журналистика мәктәбе” кеүек программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы ҡорамалдар һатып алынды. 2022-2023 йылдарҙа йәнә 150 балаға техник йүнәлештәге “3D моделләү” һәм “Инфоумники” тигән программаларҙы ғәмәлгә индереү ҡарала.
Серафимовка ауылының “Йәш техник” балалар техник ижад һарайында һәм Туймазы ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында ике миллион һумдан ашыуға заманса ҡорамалдар һатып алынған, уҡыу кабинеттары йыһазландырылған. “Йәш техник”та асылған “3D моделләү” берекмәһендә 60 бала шөғөлләнә.
#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: gorobzor.ru/novosti
https://bashgazet.ru