Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Новости
5 Ноября 2022, 15:14

Өфөгә туристик поезд килде

Ул “Һамар – Өфө – Екатеринбург” маршруты буйынса юлға сыҡҡан. Туристар төркөмөндә – 250-нән ашыу кеше.

Өфөгә туристик поезд килдеӨфөгә туристик поезд килде
Өфөгә туристик поезд килде

Өфөнөң “Сикһеҙ донъя” туроператоры ҡунаҡтар өсөн бай программа әҙерләгән. Көн дауамында туристар Башҡортостандың Милли музейына бара, “Торатау” конгресс-холында байрам сараһын ҡарай, ҡала буйлап экскурсияла ҡатнаша.

– “Рәсәй тимер юлдары” менән берлектә “Уралда сағыу ял көндәре” проектын тормошҡа ашыра башланыҡ. Был хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки тимер юл туризмының популярлығы арта. Проект нигеҙендәге сәйәхәттәр “тәгәрмәсле отель” форматында үтә: төндә ҡунаҡтар поезда бара, ә көндөҙ ҡалаларҙа экскурсияға туҡтай. Өфөлә тимер юл круизына йәнә 20 турист ҡушыла һәм Екатеринбургка юллана, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Мәғлүм булыуынса, “Уралда сағыу ял көндәре” проекты – “Һамар – Өфө – Екатеринбург” туристик поезы “2022 йыл маршруты” бөтә Рәсәй туристик премияһындағы “Иң яҡшы төбәк-ара маршрут” номинацияһында беренсе урын яулағайны. Шулай уҡ иң яҡшы туристик тимер юл маршруты булараҡ “Алға Башҡортостанға” проекты ла беренсе урын алды. Төп бүләккә “Сикһеҙ донъя” туроператорының тағы ике проекты лайыҡ булды. Улар “Ишембай. Кире СССР-ға” (иң яҡшы сәнәғәт туризмы маршруты) һәм “Красноусол + Башҡортостан йөрәге” (өлкәндәр өсөн иң яҡшы маршрут). 

“Сикһеҙ донъя” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Светлана Сулимова әйтеүенсә, был наградалар ҙур әһәмиәткә эйә.

Әйткәндәй, Өфөгә туристик поездың килеүен социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та телгә алды.

“Беҙгә тәүге тапҡыр Һамарҙан ике ҡатлы туристик поезд килде. 250 кеше көндө Өфөлә үткәрә, унан һуң артабан Уралға юл ала.

Ҡунаҡтарға күрһәтерлек нимәләр бар. Бик күп тәҡдимдәр араһынан башҡорт милли аштарына, яңыртылған Өфөнө күрһәтеүгә, милли музей буйлап экскурсияға, уҡсыларҙың һәм ҡурайсыларҙың сығышына туҡталдыҡ.

Беҙҙең өсөн эске туризмды үҫтереү иҡтисадтаҙы төп йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә.Башҡортостан үҙенсәлекле тәбиғәте менән бай, беҙ туристар өсөн шарттар тыуҙырабыҙ.

Башҡортостанға рәхим итегеҙ!” – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_917341

bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас