

Сара республика халҡына «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын арттырыу, күп функциялы үҙәк филиалдары эшен ойоштороуҙың иң яҡшы тәжрибәләрен асыҡлау һәм уларҙы таратыуға булышлыҡ итеү, «Минең документтарым» үҙәктәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн дәртләндереүсе шарттар булдырыу, шулай уҡ Күп функциялы үҙәк белгестәре эшенең абруйын күтәреү маҡсатында уҙғарыла.
Конкурс 1 сентябрҙән 31 октябргә тиклем бер нисә этапта үтте: ғаризалар тапшырыу һәм тикшереү, әңгәмәләр үткәреү һәм йомғаҡ яһау. Быйыл конкурсҡа«Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса иң яҡшы күп функциялы үҙәк» һәм «Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы белгесе» тигән ике номинация буйынса 148 ғариза килгән.
Конкурс комиссияһы ултырышында «Иң яҡшы күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге» номинацияһында (категориялар буйынса) түбәндәгеләр еңеүселәр билдәләнде:
«Эре ҡалаларҙың күп функциялы үҙәге» - Өфөлә «Интернациональ» операция залы;
«Урта ҡалаларҙың күп функциялы үҙәге» - Бөрө ҡалаһындағы бүлексә;
«Бәләкәй ҡалаларҙың күп функциялы үҙәге» - Иҫәнғол ауылындағы бүлексә.
«Иң яҡшы күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге» номинацияһында иһә (категориялар буйынса) республика конкурсы лауреаттары түбәндәгеләр:
«Эре ҡалаларҙың күп функциялы үҙәге»: Өфөләге «ХБК» операция залы; Октябрьский ҡалаһында операция залы;
«Урта ҡалаларҙың күп функциялы үҙәге»: Дүртөйлө ҡалаһындағы бүлексә; Сибай ҡалаһындағы филиал;
«Бәләкәй ҡалаларҙың күп функциялы үҙәге»: Шишмә ҡасабаһындағы бүлексә; Языково ауылындағы бүлексә.
«Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы белгесе» номинацияһында Мишкә ауылы бүлексәһенең әйҙәүсе белгесе Анна Яниева еңеүсе булды, Баҡалы ауылы бүлексәһенең баш белгесе Иван Назаров һәм Октябрьский ҡалаһы филиалының төп белгесе Эвелина Абдуллина лауреаттар тип билдәләнде.
- Икенсе йыл рәттән республиканың күп функциялы үҙәктәре - лидерҙар иҫәбендә. Был дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү йәһәтенән кешеләр өсөн сифат, уңайлылыҡ күрһәткесе. Бөгөн төбәктә 77 филиал һәм бүлексә, шул иҫәптән махсуслаштырылған бизнес-офис һәм 441 айырымлаштырылған бүлексә эшләй. Бөтә ерҙә лә тиерлек офистар комплекслы матди-техник йәһәттән йыһазландырылған һәм ремонтланған. Бүлексәләрҙең барыһы ла тиерлек берҙәм стандартҡа килтерелгән. Ауыл халҡы ла, ҡалала йәшәүселәр ҙә берҙәй уңайлы хеҙмәт ала. Бөгөн беҙҙең алда «24-кә 7» концепцияһы сиктәрендә хеҙмәтләндереүгә бәйле яңы күләмле бурыстар тора, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров
Төбәк конкурсында еңеүселәр «Рәсәйҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге» бөтә Рәсәй конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19351/
Фото: pravitelstvorb.ru
https://bashgazet.ru