Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
7 Ноябрь 2022, 01:30

Меңдән ашыу белгес йыйыласаҡ

15-16 ноябрҙә Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса III  Евразия (Рәсәй- Ҡытай) конгресы уҙғарыласаҡ.

Меңдән ашыу белгес йыйыласаҡМеңдән ашыу белгес йыйыласаҡ
Меңдән ашыу белгес йыйыласаҡ

Ағымдағы йылдың 15-16 ноябрендә Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса III  Евразия (Рәсәй- Ҡытай) конгресын уҙғарыу күҙаллана.

Конгресс Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Башҡорт дәүләт медицина университеты» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһына нигеҙ һалыныуға 90 йыл тулыуға һәм Башҡортостан Республикаһында тәүге йөрәк трансплантация үткәреүҙең ун йыллығына арналған.

Сарала Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән, илебеҙҙең федераль медицина үҙәктәренән, округтарынан, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан 1500-ҙән ашыу белгес ҡатнашасаҡ.  

Конгресс сиктәрендә пленар һәм секция ултырыштары, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, шулай уҡ илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең медицина сәнәғәте ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бирелә. Нәҡ ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса ла. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты (национальный проект «Здравоохранение») эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеүҙе, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүҙе, бөтә граждандарҙы профилактик тикшереү менән солғап алыуҙы күҙ уңында тота.

 #национальныепроекты#нацпроекты
Фото: static.tildacdn.com

https://bashgazet.ru

Меңдән ашыу белгес йыйыласаҡ
Меңдән ашыу белгес йыйыласаҡ
Автор:
Читайте нас