

Халыҡ-ара махсуслашҡан төҙөлөш күргәҙмәһендә Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Төркиә, Иран етештереүселәрен Башҡортостандың төҙөлөш тармағы ҡыҙыҡһындарған. Унда республиканың төбәк предприятиелары коллектив стенд ойошторған.
– Башҡортостан “UzStroyExpo 2022” күргәҙмәһендә коллектив стенд әҙерләне, ул өс көн дауамында эшләне. Республика компаниялары Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Төркиә, Иран кеүек илдәрҙән уҙаҡташтары менән 90-дан ашыу осрашыу үткәрҙе. Сит ил биләмәләрендәге бындай күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу – үҙ-ара тауар әйләнешен арттырыуға тағы ла бер аҙым, – тип билдәләне республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Төбәктән ҡатнашҡан компаниялар араһында “Комфорт пласт”, “Пластэк”, “Стэирслайт”, “ГК Евразия”, “Абсолют Дек” һәм “Техномаш” кеүек ойошмалар бар. Күрһәтелгән предприятиелар төҙөлөш-биҙәү материалдарын, "аҡыллы" яҡтыртыу системаһын, металл конструкциялар, ишек, терраса таҡталары, стена панелдәре, ҡороу плитәһе, ҡороу лагы, йылытыу ҡаҙанлыҡтары өсөн төтөнлөктәр етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә.
Сара Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге ҡатнашлығында ойошторолдо. Республика стенды ҡунаҡтары араһында рәсми һәм эшлекле даирә вәкилдәре лә булды, шул иҫәптән: Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстан Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре, “Узпромстройматериалы” ассоциацияһы идаралығы рәйесе урынбаҫары Бахтиёр Бобокулов, “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәтенең Үзбәкстан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе Павел Буханов һәм башҡалар.