Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Новости
8 Ноября 2022, 09:58

Көнбағыш ашарға яратаһығыҙмы!

Ул сәламәтлеккә ыңғай йоғонто яһай, матур булып ҡалырға ярҙам итә.  

Көнбағыш ашарға яратаһығыҙмы!Көнбағыш ашарға яратаһығыҙмы!
Көнбағыш ашарға яратаһығыҙмы!

Көн һайын 100 грамм көнбағыш ашау йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм бауыр ауырыуҙарынан һаҡлай. Ул ауыр эштә эшләүселәргә, спорт менән шөғөлләнеүселәргә файҙалы.

Яра, йәрәхәттең тиҙерәк төҙәлеүенә ярҙам итә, шуға ла һөйәк һынғанда ла алыштырғыһыҙ ризыҡ булып тора.

Һимереүҙән интеккән кешеләргә көнбағыш артыҡ холестеринды сығарырға ярҙам итә.

Көн һайын бер ус көнбағыш ашаһаң, сәстәр нығый, ялтырап тора башлай, сөнки көнбағыш еңел эшкәртелә торған цинкка бай.
Ҡыҙҙырылмаған көнбағыш йоҡоно яҡшырта. Көнбағыш үҙәк көйөүҙе лә баҫа.

Көслө йүтәл борсоғанда көнбағышты ҡыҙҙырып иҙәләр. 2-3 ҡалаҡ порошокты 0,5 литр баллы һыуға һалып, шыйыҡлыҡ 0,4 литрға ҡалғансы ҡайнаталар. Төнәтмәне һөҙөп, ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы ҡабул итәләр.

Ҡан баҫымы уйнағанда һәм атеросклероздан һаҡланыу өсөн көнбағышты (0,5 литрлы банка менән алырға) кәстрүлгә һалалар, 2 литр һыу өҫтәйҙәр. 2 сәғәт һүрән утта ҡайнаталар. Төнәтмәне һөҙөп, көн дауамында эсәләр. 2 аҙна дауаланалар. 5 көн ял иткәс, курсты ҡабатлайҙар. Ҡан баҫымы яйға һалынғансы дауаланалар.

Сей көнбағыш файҙалыраҡмы, әллә ҡыҙҙырылғанмы? Эксперттар сей көнбағышты һайларға кәңәш итә. Ҡулланыр алдынан уларҙы һыуҙа һигеҙ сәғәт тотоу ҙа яҡшы. Был алым фитин кислотаһын нейтралләштерәсәк, ул көнбағыштағы туҡлыҡлы матдәләрҙе үҙләштереүгә ҡамасаулай.

 

 
Көнбағыш ашарға яратаһығыҙмы!
Көнбағыш ашарға яратаһығыҙмы!
Автор:
Читайте нас