Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
8 Ноябрь 2022, 02:07

Туймазыла яңы комплекс асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.

Туймазыла яңы комплекс асылдыТуймазыла яңы комплекс асылды
Туймазыла яңы комплекс асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.

“Бөгөн Туймазыла йылына 100 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртергә һәләтле сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексын сафҡа индерҙек”, – тип яҙҙы ул.  Република етәксеһе яҙыуынса, Бәләбәйҙә лә ошондай комплекс төҙөлә, уны 2023 йылда эшкә ҡушасаҡтар.  2021 йылда Архангель, Күгәрсен һәм Дыуан райондарында ла сүпте сорттарға айырыу комплекстары төҙөлгәйне.

“Беҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың эшкәртергә ебәрелгән өлөшөн арттыра барабыҙ, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 44,2 процент тәшкил итә, Волга буйы федераль округы буйынса алғандан 5,8 процентҡа юғарыраҡ”, – тип яҙа Радий Фәрит улы.

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.

Туймазыла яңы комплекс асылды
Туймазыла яңы комплекс асылды
Автор:
Читайте нас