Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
7 Ноябрь 2022, 19:03

Ҡырағай хайуандарҙы һәләк иткәндәр

Ҡыйғы районында билдәһеҙ кешеләр инә айыуҙы, уның өс балаһын һәм ҡабан сусҡаһын үлтергән. 

Ҡырағай хайуандарҙы һәләк иткәндәрҠырағай хайуандарҙы һәләк иткәндәр
Ҡырағай хайуандарҙы һәләк иткәндәр

4 - 5 ноябрь тирәһендә Ҡыйғы районында билдәһеҙ кешеләр инә айыуҙы, өс айыу балаһын һәм ҡабанды үлтергән. Был хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итәләр.

Әлеге ваҡытта законһыҙ рәүештә һунар итеүселәрҙе эҙләйҙәр, тип хәбәр итә министр урынбаҫары Камир Берғулиев. Енәйәтселәргә 500 мең һумдан алып бер миллион һумға тиклем штраф йә өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.

Бер йәшкә тиклемге айыуҙарҙы һәм йәш көсөктәре булған инә айыуҙы аулау закон буйынса тыйыла.

Башҡортостаным | яңылыҡтар

Ҡырағай хайуандарҙы һәләк иткәндәр
Ҡырағай хайуандарҙы һәләк иткәндәр
Автор:
Читайте нас