

26 йәшлек Стәрлетамаҡ ҡыҙы финалға сыҡты. Өс йылда ул страховка компанияһында агенттан башҡарма директорға тиклем хеҙмәт юлы үткән. Уның һүҙҙәренсә, сағыулыҡ, аралашыусанлыҡ һәм тәүәккәллек — юғары һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам иткән сифаттар.
«Бейеү һәм тауға артылыу — яратҡан шөғөлөм генә түгел, ә йәшәү рәүешем, — ти Инера. — Клиенттың бәхетле күҙҙәрен күрһәм, үҙемә ышанысым арта, был мине яңынан-яңы еңеүҙәргә сәмләндерә. «Мисс Офис» конкурсы — яңы донъяға ишек, яңы таныштар, тәьҫораттар донъяһы, үҙеңде икенсе яҡтан асыу».
«Мисс Офис» — йыл һайын Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең офис хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы. Унда офиста эшләгән 20-35 йәшлек гүзәл заттар ҡатнаша. Төп бүләк — 3 миллион һум. Шулай уҡ финалда сәйәхәттәр, гаджеттар, ювелир биҙәүестәр, дизайнер кейемдәре, иң яҡшы SPA-үҙәктәрендә программалар һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.
7 ноябрҙә 13-сө «Мисс Офис» конкурсы финалсылары шоуға әҙерләнеү өсөн Мәскәүгә килде.