

Депутаттао ошо айҙа уҡ 2005 йылдың 28 декабрендәге «Опекундарға (попечителдәргә) бала ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законына тейешле үҙгәрештәр индерергә йыйына.
«Закон проекты 2023 йылдың 1 ғинуарынан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособиелар күләмен 10% арттырырға тәҡдим итә, — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. — Быйыл пособиелар арттырылманы, бынан алдараҡ индексация 4 процент кимәлендә башҡарылды».
Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, пособие өс йәшкә тиклемге сабыйға — 7 143 һумдан 7 857 һумғаса, өс йәше тулғандарға иһә 6 868 һумдан 7 555 һумғаса арттырыла. Үҫеш яғынан артта ҡалған балаларға пособиелар ҙа 10% индексациялана.
Башинформ.