Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
13 Ноябрь 2022, 06:22

Һалдаттар өсөн бронежилет тегә

"Минең улдарым үҙ янымда, ә кемдеңдер ғәзиз балаһы, ире һуғышта... Аҙ булһа ла ярҙамым тейһен уларға", - ти Сәбилә Зәйнуллина.

Һалдаттар өсөн бронежилет тегәҺалдаттар өсөн бронежилет тегә
Һалдаттар өсөн бронежилет тегә

Республиканың күп ауыл һәм ҡалаларында уңған ҡатын-ҡыҙҙар хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн йылы кейемдәр тегә. Дүрт бала тәрбиәләгән Сәбилә Зәйнуллина ла был изге эштән ситтә ҡала алмаған.

Әбйәлил районының Күсем ауылында йәшәгән Сәбилә Зәйнуллинаны яҡташтары оҫта ҡуллы тегенсе булараҡ яҡшы белә. Балалары менән декрет ялында  үҙ эшен асып, ауылдаштарына төрлө милли кейемдәр, тәҙрә ҡорғандары тегә. Артабан ауыл клубы мөдире булып эшкә сыҡҡас, халыҡ йолаларын, милли шөғөл-кәсептәрен тергеҙеү, йәш быуынға еткереү маҡсатында кейеҙ баҫыу эшенә тотона. 

Илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация башланғас, ул хәрби әҙерлек үткән яҡташтарына йылы әйберҙәр, кәрәк-яраҡ ебәреү эшен ойоштора, әле килеп һалдаттар өсөн бронежилеттар тегергә тотонған.

- Был теләгемде белдергәс, ауыл халҡы һәм Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән ауылдаштарыбыҙ тиҙ арала аҡса йыйып, бронежилет тегеү өсөн махсус кәрәк-яраҡ, туҡыма һатып алып бирҙе. Ҡайһы берҙәр, кәрәкме ни һалдаттарға был әйберең, тип ебәрә. Ҡана һуң бронежилеттың кәрәге булмаһа! Ул сағында йоҡоһоҙ төндәр ҙә онотолор ине. Һуғыш тиҙерәк бөтһөн тип теләп башҡарам эшемде. Ирем менән дүрт бала үҫтерәбеҙ, өсәүһе - малайҙар. Минең улдарым үҙ янымда, ә кемдеңдер ғәзиз балаһы, ире һуғышта... Ярҙамым тейһен уларға. Аҙ булһа ла һаҡлар теккән әйберҙәрем тигән ышаныстамын, - ти тегенсе.

Изге теләктәрегеҙгә беҙ ҙә ҡушылабыҙ, ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!

Фото: "Абзелил" гәзите.

«Башҡортостан» гәзите

Һалдаттар өсөн бронежилет тегә
Һалдаттар өсөн бронежилет тегә
Автор:
Читайте нас