Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
14 Ноябрь 2022, 04:13

Стәрлетамаҡ уҡыусыһы 1 миллион һум аҡса отҡан

2-се гимназияла белем алыусы Карина Башмакова бөтә Рәсәй буйынса 11-се кластар араһында билдәләнгән 300 еңеүсенең береһе булараҡ 1 миллион һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булған.

Стәрлетамаҡ уҡыусыһы 1 миллион һум аҡса отҡанСтәрлетамаҡ уҡыусыһы 1 миллион һум аҡса отҡан
Стәрлетамаҡ уҡыусыһы 1 миллион һум аҡса отҡан

“Артек”та үткән “Ҙур тәнәфес” конкурсының финалында Башҡортостан уҡыусыларынан торған команданың уңышлы сығыш яһап, 23 призлы урын яулауы 

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се гимназияһы уҡыусыһы Карина Башмакова бөтә Рәсәй буйынса 11-се кластар араһында билдәләнгән 300 еңеүсенең береһе булараҡ 1 миллион һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булған. Премияны Карина белем алыуға тотонорға йыйына, был аҡсаны репетиторҙар менән шөғөлләнеү, онлайн-мәктәптәрҙә уҡыу өсөн тотонорға мөмкин.

“Ҙур тәнәфес”тә ҡатнашыусылар 12 йүнәлештең береһен һайлау мөмкинлегенә эйә. Карина журналистика йүнәлешен һайлаған.

- Үҙ мөмкинлегеңде төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡарап була ине. Башта мин балаларҙы финанс грамотаһына өйрәткән ҡушымта эшләнем. Конкурс – ул яңы тәьҫораттар һәм мөмкинлектәр. “Ҙур тәнәфес”тә яңы кешеләр, фекерҙәштәр, партнер булырлыҡ тиңдәштәрем менән таныштым. Шулай уҡ тормошта үҙ урынын табып, уңыш серен ихлас уртаҡлашҡан кешеләр менән аралашыуҙан илһам-дәрт алдым, - ти Карина Башмакова.

Ишембайҙан ҡатнашыусылар үҙҙәренең белем усағына 2 миллион һум аҡса килтергән: “Ҙур тәнәфес”тең бөтә этаптары йомғаҡтары буйынса Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы Рәсәйҙең 30 иң яҡшы мәктәбе исемлегенә ингән һәм ярайһы уҡ ҙур суммалағы грант алыуға өлгәшкән. Уны ниндәй маҡсатта тотоноуҙы лицей етәкселеге еңеү яулаған уҡыусылар менән бергә хәл итәсәк.

Белеүебеҙсә, “Ҙур тәнәфес” кеүек конкурстарҙы уҙғарыу “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы мөмкин булды. Был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ” агентлығы.

#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас