Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
16 Ноябрь 2022, 05:38

Азу бешерәйек

Төшкө табынға тәмле ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ: 

Азу бешерәйекАзу бешерәйек
Азу бешерәйек
Ингредиенттар:

-150-160 г Ит
-16 г һары май
-15 г Томат пастаһы
-50 г Тоҙло ҡыяр
-150 г Бәрәңге
-35 г Башлы һуған
-35 г Кишер
-һарымһаҡ
-Тоҙ
-Борос

Эш барышы:

🔸Һыйыр, һарыҡ йә иһә йәш ат итенең һөйәкһеҙ йомшаҡ ерен 2 см киңлектә һәм 4 см оҙонлоҡта турайҙар ҙа ҡыҙған майлы табала һәйбәтләп ҡыҙҙыралар.

🔸 Ҡыҙҙырылған ит киҫәктәрен кәстрүлгә тултырып, тоҙ, борос һибәләр, турап ҡыҙҙырылған һуған, һурпа, бер ҡашыҡ томат пастаһы йә иһә киҫкеләп ҡыҙыл помидор өҫтәйҙәр һәм 30-40 минут томалап бешерәләр.

🔸Эре генә йә иһә шаҡмаҡлап турап, бешер-бешмәҫ итеп айырым ҡыҙҙырылған бәрәңгене кәстрүлдәге ит янына һалып, ҡабығы әрселгән һәм эсе таҙартылған, телемләп туралған һәм бешереп алған тоҙло ҡыяр өҫтәп, һүрән утта томалап бешерәләр.

🔸️ Әҙер азуҙы һәйбәтләп болғатҡас, тәрилкәләргә бүләләр ҙә өҫтөнә йәшел тәмләткестәр, туралған һарымһаҡ һибәләр һәм табынға сығаралар.

Аштарығыҙ тәмле булһын!
https://vk.com/bashkortvk
 
Азу бешерәйек
Азу бешерәйек
Автор:
Читайте нас