

Ғаиләлә дүрт бала булған. Ике ағаһы һуғыштан ҡайтмаған. Шәмсүрийға 3 йәш булғанда, әсәһе, кескәй һеңлеһе холера менән ауырып үлгән. Алты йәшендә иһә атайһыҙ тороп ҡалған. 14 йәшендә тыуған яғына ҡайтып, колхозға эшкә төшкән. Уның 45 йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер йөҙйәшәр инәйҙең дүрт ейән-ейәнсәре һәм туғыҙ бүлә-бүләсәре бар. Әлеге ваҡытта Шәмсүрый Сәйетйәғәфәр ҡыҙы Приюттағы балаларында йәшәй, тип яҙа район башлығы Азат Сәхәбиев.
«100 йәшен тултырғандан һуң тәүге юбилейын билдәгән инәй легендаға тиң. Шәмсүрий Сәйетйәғәфәр ҡыҙы – Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан героик быуыны вәкиле ул. Ҡатмарлы тормош юлын лайыҡлы үткәнегеҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ!Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ , яҡындарығыҙҙың хәстәрлеген һәм иғтибарын тойоп, тағы ла оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүегеҙҙе теләйем», – тигән теләктәрен еткерҙе Азат Сәхәбиев.
Беҙ ҙә уны олпат ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ышаныслы һәм игелекле балалар, тыныс тормош, сырхауҙарға бирешмәй йәшәүен теләйбеҙ!
Фото:"Бәйләнештә" селтәренән.