Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
17 Ноябрь 2022, 12:58

Түшелдерек яһау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды

Ҡайныҡайҙа башҡорт мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлайҙар

Түшелдерек яһау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылдыТүшелдерек яһау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды
Түшелдерек яһау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды

Башҡорт милли биҙәүестәре башҡорт халҡының эстетик ҡарашын сағылдырған, талисман, күҙ тейеүҙән һаҡлаусы булып хеҙмәт иткән, ҡайһы ырыуға ҡарауын белдергән, ғаилә статусының күрһәткесе булған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының костюмында иң сағыу биҙәнеү әйберҙәре булып түшелдерек (яға, селтәр, муйынса, һаҡал, хәситә ҙ.б.) торған, уларҙың хатта туғандаш халыҡтар мәҙәниәтендә лә тиңе юҡ. Түшелдерек тығыҙ туҡыманан яһалған, уға мәрйен, ҡортбаш, тәңкәләр, сылбырҙар, ҡыңғырауҙар теккәндәр. Уларҙан төрлө биҙәктәр йыйылған.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә Ҡаныҡай ауылы китапханаһында башҡорт милли кейеме – түшелдерек яһау буйынса “Боронғо мираҫ - селтәр” тигән оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Был таһыллыҡ талап иткән эште өйрәүселәр түшелдерек яһанылар, биҙәктәр ҡуйып, уларҙы тектеләр. Оҫталыҡ дәресе барышында ҡул оҫталары ҡатнашыусыларға орнамент биҙәктәренең мәғәнәһе тураһында һөйләне. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре өсөн материалдарҙы һайлау уларҙың тылсымлы үҙенсәлегенә ышаныу менән бәйле. Көмөштөң һаҡлау, сафландырыу көсө бар, уның ялтырауығы һәм сыңлауы – яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу һәләтенә эйә, тип ышанғандар. Мәрйендең ал бөртөктәре яңы тормош башланыуын символлаштырған. Башҡорт түшелдеректәрен биҙәүҙә урындағы йолалар ҡулланылды. Һәр биҙәнеү әйбере өлгөләр буйынса эшләнһә лә, улар ҡабатланмаҫ булды. Был сара ҡатнашыусыларға нимәне булһа ла үҙ ҡулдары менән эшләргә өйрәнергә һәм милли мәҙәниәт менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирҙе.

Рима Нафиҡова,

Автор фотоһы.   

Түшелдерек яһау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды
Түшелдерек яһау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды
Автор:
Читайте нас