Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
17 Ноябрь 2022, 19:02

Тырыш хеҙмәткә – лайыҡлы баһа

Республиканың иң яҡшы аграрийҙары менән бер рәттән беҙҙең ауыл хужалығы эшсәндәре ла бүләкләнде. 

Тырыш хеҙмәткә – лайыҡлы баһаТырыш хеҙмәткә – лайыҡлы баһа
Тырыш хеҙмәткә – лайыҡлы баһа

Республикала Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан саралар уҙҙы. Өфөлә бер юлы бер нисә майҙансыҡта әлеге һөнәрҙең иң яҡшы эшсәндәрен бүләкләнеләр. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында БР Башлығы хәкимиәте етәксеһе Максим Забелин республиканың агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек индустрияһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт бүләктәре тапшырҙы.

Уҫаҡ-Кисеү ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рим Ямалетдиновты белмәгәндәр һирәктер. Тантаналы йыйылышта уға Бишбүләк районының агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле хеҙмәт иткәне өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исем бирелде. Был көндә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холл бинаһында төрлө тармаҡта көс түгеүселәрҙе тәбрикләнеләр. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”  исеменә шулай уҡ ветеренария хеҙмәткәре Венера Алексанрова лайыҡ булды. Бында тағы ла “Иң яҡшы агрокласс уҡыусыһы” республика конкурсының биш йәш еңеүсеһен бүләкләнеләр. Махсус класта уҡыуҙары өсөн Бишбүләк районынан Антон Григорьев билдәләнде. Ул был бүләккә тырыш хеҙмәте һәм яҡшы уҡыу өсөн лайыҡ булды. Республика ауыл хужалығының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә һәм иң “аграр” уҡыусыларына Башҡортостан Хөкүмәте дипломын БР-ҙың вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов тапшырҙы.

Владимир Смолов

svetput.ru

Тырыш хеҙмәткә – лайыҡлы баһа
Тырыш хеҙмәткә – лайыҡлы баһа
Тырыш хеҙмәткә – лайыҡлы баһа
Автор:
Читайте нас