Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
18 Ноябрь 2022, 11:57

Уникаль зооүҙәк эшләй башланы

В.Путин указы нигеҙендә тормошҡа ашырылыусы "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға ярҙам" дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә  Октябрьскийҙа уникаль зооүҙәк асылды.

Уникаль зооүҙәк эшләй башланыУникаль зооүҙәк эшләй башланы
Уникаль зооүҙәк эшләй башланы
"Monami в" - Башҡортостанда хайуандар өсөн косметик һәм "йөнтараш" хеҙмәттәренең тулы комплексын күрһәтеүсе берҙән-бер зооүҙәк. Һөт мунсалары, озон терапияһы - эттәр өсөн ожмах.
- Һеҙ көсөктө күрҙегеҙ һәм күҙегеҙ ҡыҙҙы — минеке! Ләкин хайуанды алғансы, мин уның тоҡомон өйрәнергә кәңәш итәм. Мәҫәлән, хаски хәҙер популяр. Йыш ҡына һөҙөмтәһе бик аяныс, сөнки хужалар эт менән эш итә белмәй. Хускиҙың эше фатирҙа, дүрт стена эсендә ултырыу түгел, ә сана тартыу. Эт өсөн көн һайын физик күнегеүҙәр кәрәк. Юғиһә, энергияһын ул өйҙә сығарасаҡ — линолеумды йыртасаҡ, йыһаздарҙы тешләп өҙәсәк. Хускиҙа йылытыу сезонында алопеция башлана - йөнө ҡойола. Был фатирҙа йәшәй торған йорт хайуаны түгел, һәм уны актив кешеләр генә аҫрай ала, - тип белдерә Ксения Федотова.
Бизнес-шериф Сергей Литов әйтеүенсә, Ксения - профессиональ кинолог. Эттәр тураһында ул барыһын да белә һәм яҡшы кәңәш бирергә, буласаҡ ғаилә ағзаһын һайларға ярҙам итергә әҙер. Бихисап бүләктәре араһында уның йорт хайуандары менән лайыҡлы эшләгән өсөн кубоктары һәм грамоталары бар. Был даими күнегеүҙәр, тәжрибә һәм белем ярҙамында мөмкин булған.
Ксения һәр клиент өсөн шәхси дәрестәр программаһын ғына түгел, ә хайуандарҙы күргәҙмәгә әҙерләй ала, шуға күрә еңеү гарантиялана.
— Беҙҙә хужалар ҡулына хайуан таҙа, тәрбиәле һәм, иң мөһиме - эмоциональ яҡтан сәләмәт булып оҙатылһын өсөн барлыҡ кәрәкле нәмәләр бар, - тип дауам итә Ксения Федотова. — Минең был өлкәлә тәжрибәм ҙур, һәм мин эттең тәртибенә төҙәтмәләр керетә, уның насар ғәҙәттәрен еңәргә ярҙам итә торған методтар тураһында һөйләй алам. Профессиональ белем һәм зоопсихология миңә теләһә ниндәй эткә юл табырға һәм хужалар менән файҙалы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә.
фото: башньюс
Уникаль зооүҙәк эшләй башланы
Уникаль зооүҙәк эшләй башланы
Автор:
Читайте нас