

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында Йәштәр урамында янғын сыҡҡан. Был туралағы хәбәр янғын һүндереүселәргә таңғы алтынсы яртылар тирәһендә килгән. Бында ике фатирлы кирбес йортта ут сыҡҡан.
Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Спас Чуртан үҙәге, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр юлланған.
Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, бөтә майҙан буйынса йорт фатирҙарының береһендә ут сыҡҡаны асыҡланған. 56 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелгән.
Был янғындың һөҙөмтәһе үтә аяныслы, урында ете кешенең кәүҙәһе табылған. Уларҙың икәүһе өлкәндәр – ҡатын-ҡыҙ менән менән ир-ат, һәм бишәүһе – балалар. Балаларҙың бөтәһе лә малайҙар булыуы билдәле.
Урынға баш идаралыҡ етәксеһе Марат Латипов етәкселегендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәкселеге юлланған.
Янғын сәбәптәре асыҡлана, тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.
Һәләкәтте бөтөрөүгә 62 кеше һәм 25 берәмек техника йәлеп ителгән. Шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан – 24 кеше һәм ете берәмек техника.
Әлегә был янғындың сәбәптәре билдәле түгел. Үлгән кешеләрҙең шәхестәре лә тулыһынса асыҡланып бөтмәгән. Уларҙың бөтәһенең дә бер ғаилә ағза булыуҙары ихтимал. Нисек кенә булмаһын, ҙур бәлә. Ут хаталарҙы ғәфү итмәй. Шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Айырыуса көндәр һыуытҡан осорҙа хәүеф бермә-бер арта. Мейес яҡҡанда, электр ҡорамалдары менән файҙаланғанда, тәмәке тартҡанда ипле булырға кәрәклеген онотмайыҡ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
https://bashgazet.ru