Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
20 Ноябрь 2022, 06:17

Рәсәйҙә «цербер» йоҡтороу осраҡтары теркәлгән

Рәсәйҙә коронавирустың ике яңы варианты  — «цербер» штамы асыҡланған, тип хәбәр итте федераль Роспотребнадзор. Ул ныҡ йоғошло булыуы менән айырылып тора.

Рәсәйҙә «цербер» йоҡтороу осраҡтары теркәлгәнРәсәйҙә «цербер» йоҡтороу осраҡтары теркәлгән
Рәсәйҙә «цербер» йоҡтороу осраҡтары теркәлгән

«Рәсәйҙә вирустың яңы варианттары BQ. 1 һәм BQ. 1.1 («цербер») осраҡтары теркәлгән. Улар ковидтың башҡа варианттарына ҡарағанда йоғошлораҡ», — тип билдәләнеләр федераль ведомствола.

Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә эпидемиологик процесс әүҙемләшә. Илдең 20 төбәгендә, шул иҫәптән Мәскәүҙә (+30,9%) һәм Мәскәү өлкәһендә (+4,3%) коронавирус йоҡтороусылар күбәйә. Ковид менән сирләүселәр араһында дауахананан тыш пневмония осраҡтары һуңғы айҙа 1,9 проценттан 2,9 процентҡа тиклем артҡан, был да хәүеф тыуҙыра.

Башинформ

Рәсәйҙә «цербер» йоҡтороу осраҡтары теркәлгән
Рәсәйҙә «цербер» йоҡтороу осраҡтары теркәлгән
Автор:
Читайте нас