Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
21 Ноябрь 2022, 10:16

“Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” билдәләнә

Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең 75 төбәгенән мәктәп ашнаҡсылары командалары йыйылды. 

“Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” билдәләнә“Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” билдәләнә
“Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” билдәләнә

Өфө ҡалаһындағы “Торатау” конгресс-холында “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022” Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабын асыу тантанаһы үтте. Ошонда уҡ “Мәктәп ашханаһы уҡыусыларҙың сәләмәт туҡланыуы экосистемаһы булараҡ” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция уҙа.

Был конкурс Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторола һәм мәктәп ашнаҡсыларының һөнәри конкурсы рәүешендә үтә. Быйылғы конкурстың финалына илебеҙҙең 75 төбәгенән 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Улар “Кулинар баттл” (ашнаҡсылар ярышы), “Мәктәп туҡланыуы 3.0” (тематик өҫтәлдәр конкурс-күргәҙмәһе), “Ата-әсәләрҙән өс һорау” блиц-турнирында, “Хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек блогы” квесында көс һынаша.

Абруйлы жюри составына “Үҙебеҙ хәл итәбеҙ” Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашҡан мәктәп уҡыусылары ла индерелгән.

Рәсәй кимәлендәге сараны асыу тантанаһында Дәүләт Думаһы депутаттары Татьяна Буцкая, Эльвира Айытҡолова, Рәсәй мәғариф министры урынбаҫары Денис Грибов, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының тикшереүҙәр бюроһы етәксеһе Валерий Алексеев, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар был сараның әһәмиәтен, мәктәп туҡланыуына иң төп байлығыбыҙ – балаларыбыҙҙың һаулығы бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

“Торатау” конгресс-холының фойеһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән командалар тематик өҫтәлдәр конкурсына ярашлы бай күргәҙмә тәҡдим итте һәм үҙ проекттарын яҡланы. Бында мәктәп туҡланыуын балаларҙың сәләмәтлеген хәстәрләп һәм бер үк ваҡытта һәр ризыҡты зауыҡлы итеп әҙерләү, тәҡдим итеү мөмкинлектәре асыҡ сағылыш тапты. Ошо уҡ мәлдә Өфө колледждары базаһында ашнаҡсылар араһында “Кулинар баттл”, ата-әсәләр ҡатнашлығында блиц-турнирҙар башланды.

“Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022” конкурсына иртәгә йомғаҡ яһала.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

https://bashgazet.ru

“Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” билдәләнә
“Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” билдәләнә
“Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” билдәләнә
Автор:
Читайте нас