Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
22 Ноябрь 2022, 08:49

Балалар роботтарҙы "ҡулға эйәләштерә"

Сығарылыш уҡыусыларына курсты тамамлау тураһында сертификат тапшырыла.

Балалар роботтарҙы "ҡулға эйәләштерә"Балалар роботтарҙы "ҡулға эйәләштерә"
Балалар роботтарҙы "ҡулға эйәләштерә"

Салауат ҡалаһындағы 25-се башҡорт гимназияһында «IT-куб» балаларға һанлы белем биреү үҙәге асылды. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Мәғариф» милли проектының «Һанлы белем биреү мөхите» федераль проектына ярашлы булдырылған. Үҙәк балаларҙың мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары өлкәһендәге белемен, оҫталығын һәм компетенцияһын үҫтереүҙе тәьмин итергә тейеш. Бында балаларҙың һәләттәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм үҫтереү, һөнәри йүнәлеш биреү, математик, мәғлүмәти белемде үҫтереү, креатив фекерләү тәрбиәләү өсөн шарттар булдырылған.

Уҡыусылар программалау нигеҙҙәрен, виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡты өйрәнә, роботтарҙы программалай аласаҡ. Уҡытыу алты йүнәлештә алып барыла: «JAVA-ла программалау нигеҙҙәре», «VR/AR-ҡушымталар эшләү», «Алгоритмика һәм логика нигеҙҙәре», «PYTHON-да программалау», «Роботтарҙы программалау», «Кибергигиена һәм ҙур мәғлүмәттәр менән эшләү».

Балаларға һанлы белем биреү үҙәге гимназияның өсөнсө ҡатында урынлашҡан. Йәйгеһен кабинеттарҙа тулыһынса ремонт башҡарылған, яңы ҡорамалдар, компьютерҙар, программалау комплекстары һатып алынған. Төп йүнәлештәр буйынса 8-17 йәшлек балалар бушлай уҡый ала. Программалар бер нисә йылға иҫәпләнгән. Уҡытыусылар «Яһалма интеллектҡа тиҙ старт» программаһы буйынса уҡыу үткән.

- Рәсәй биләмәһендә балаларҙың һанлы технологиялар менән бәйле ғәмәли эшмәкәрлеген тәьмин итеү, техник йүнәлештәге өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, заманса һанлы технологиялар һәм информатика тематикаһы буйынса саралар уҙғарыу, яһалма интеллект технологиялары менән танышыу, граждандарҙың һанлы белемлелеге һәм хәүефһеҙлеге буйынса мәғрифәтселек эштәрен алып барыу өсөн балаларға һанлы белем биреү үҙәктәре ойошторола. Шулай уҡ был башланғыс уҡыусыларға һанлы йүнәлеш буйынса конкурс һәм олимпиадаларҙа һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк, - тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова.

Үҙәктә белем алыусылар уҡыу аҙағында мәғлүмәт системаларында үҙаллы эшләү һәләтенә эйә буласаҡ. Сығарылыш уҡыусыларына курсты тамамлау тураһында сертификат тапшырыла. Төп программаларға өҫтәп шахмат уйыны буйынса дәрестәр үткәрелә.

Фото:  gazetavibor.ru

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Балалар роботтарҙы "ҡулға эйәләштерә"
Балалар роботтарҙы "ҡулға эйәләштерә"
Автор:
Читайте нас