Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
22 Ноябрь 2022, 16:18

Ковид менән сирләүселәр арта

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 185 яңы осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ковид менән сирләүселәр артаКовид менән сирләүселәр арта
Ковид менән сирләүселәр арта

Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 335 меңгә яҡын кеше коронавирус менән сирләгән.

«Әлеге ваҡытта 187 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың күбеһе — ололар. Ике меңдән ашыу пациент өй шарттарында дауалана. Уларҙың 660-ҡа яҡыны—  60 йәштән өлкәндәр», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Тәүлек эсендә 308 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып 326,7 мең тирәһе кеше һауыҡҡан.

Халыҡҡа прививка яһауға килгәндә, бөгөнгә республикала 3,255 миллион самаһы кеше вакцинаның ике компонентын да алған.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас