Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь , 21:28

Яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоро пенсия тәғәйенләгәндә икеләтә стажға иҫәпләнә. Был хаҡта бөгөн, 22 ноябрҙә, Рәсәй Ҡораллы көстәренең ихтыяжын тәьмин итеү буйынса координация советы ултырышында Михаил Мишустин белдерҙе.

Яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ
Яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ

Яңылыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандар өсөн страховка пенсияларына һәм мобилизацияға тиклем Алыҫ Төньяҡта йәки зыянлы производстволарҙа эшләгәндәр өсөн ваҡытынан алда пенсияларға ҡағыла.

Бынан тыш, хөкүмәт Дәүләт Думаһының башланғысын хупланы, уға ярашлы, ҡораллы көстәргә ҡайтырға теләгән хәрби пенсионерҙарға, әгәр улар махсус хәрби операция барышында эш хаҡы аҙыраҡ булған вазифа биләһә, алған пенсия күләме һаҡлана.

Шулай уҡ премьер-министр бынан алда мобилизацияланған граждандарҙың эш урындарын һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарарҙы иҫкә төшөрҙө.

«Беҙҙе яҡлаусылар эшһеҙ, килемһеҙ ҡалырбыҙ тип борсолмаҫҡа тейеш. Уларға быны гарантиялау өсөн дәүләт барыһын да эшләр», – тине Мишустин.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас в