+28 °С
Болотло


“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проекты буйынса күрһәтеләсәк дәүләт ярҙамын был юлы 31 ауыл хужалығы кооперативы аласаҡ.
Ағымдағы йылда ошо маҡсатта республиканың ауыл хужалығы кооперативтарына 123 миллион һумлыҡ ярҙам бүленгән. Һайлап алынған кооперативтарға техника, ҡорамалдар, мал һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонолған сығымдың 50 процентына тиклем ҡаплаясаҡтар.
#национальныепроекты#нацпроекты
«Башинформ».