

Был турала Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков 25 ноябрҙә Федерация Советында «парламент диалогы» барышында белдерҙе.
Хеҙмәт министрлығы етәксеһе 2022 йылда президент ҡарары менән тәүге тапҡыр 1 июндән пенсияны ваҡытлыса 10 процентҡа индексациялау тураһында хәтергә төшөрҙө.
«Әлеге ваҡытта ғәмәлдәге ҡануниәттә ҡаралған ике баҫҡыслы индексация һөҙөмтәләре буйынса (ғинуар һәм июнь айҙарында) 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата пенсияларҙың дөйөм артымы 15,3 процент тәшкил итәсәк, әгәр 2022 йылдың 1 ғинуарына һәм 2023 йылдың 1 ғинуарына пенсияны сағыштырһаҡ», — тип хәбәр итә Котяков.
Алдан хәбәр ителеүенсә, декабрҙә ҡайһы бер пенсионерҙар икеләтә пенсия аласаҡ. Был банктарҙың һәм почта бүлексәләренең ғинуар байрамдарында эшләмәгән көндәренә бәйле. Тап шуның өсөн дә пенсияһы 8-се көнгә тиклем иҫәпләгән граждандарға түләү ваҡытынан алда башҡарыласаҡ.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар.