Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
28 Ноябрь 2022, 06:19

Башҡортостанда яман шеш менән сирләүсегә уникаль операция яһағандар

Башҡортостанда 74 йәшлек ҡатындың туҡ эсәгендә яман шеш табалар. Ауырыуҙың организмында яман шеш күҙәнәктәре таралып, бауырына зыян килтерә.

Башҡортостанда яман шеш менән сирләүсегә уникаль операция яһағандарБашҡортостанда яман шеш менән сирләүсегә уникаль операция яһағандар
Башҡортостанда яман шеш менән сирләүсегә уникаль операция яһағандар

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа ярҙамға килә. Мәскәүҙән саҡырылған белгес менән берлектә республикала тәүге тапҡыр яңы технологиялар ҡулланып бауыр метастаздарын алып ташлау буйынса уникаль операция яһайҙар. Органға махсус шыйыҡса индерелгәндән һуң мониторҙа метастаздарҙың барыһы ла билдәләнә, был уларҙы табыуҙы еңеләйтә.

Операция барышында хирургтар метастаздарҙы мөмкин тиклем теүәл алып ташлау һәм сәләмәт туҡымаларға зыян килтермәү өсөн роботлаштырылған техника ҡулланған.

«Был операция үҙенсәлекле, сөнки пациенттың эсәк шешен һәм бауырҙағы метастаздарын алып ташлауға ирештек. Хәҙер пациентҡа икенсе операцияға әҙерләнергә кәрәкмәй», — ти А.Н. Рыжих колопроктология институтының әйҙәүсе ғилми вәкиле, хирург Алексей Пономаренко.

Бындай операция республикала тәүге тапҡыр яһалған.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Башҡортостанда яман шеш менән сирләүсегә уникаль операция яһағандар
Башҡортостанда яман шеш менән сирләүсегә уникаль операция яһағандар
Автор:
Читайте нас