Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
29 Ноябрь 2022, 02:12

Хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән

Приют ҡасабаһынан индивидуаль эшҡыуар, «Ярҙам» ательеһы хужабикәһе Роза Байбунова махсус хәрби операция шарттарында кәрәкле өс төрлө әйбер тегергә өйрәнгән.

Хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнәнХәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән
Хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән

Башта ул ҡасабанан мобилизацияланған яҡташтары өсөн һыу үтмәй торған туҡыманан ун йоҡо тоғо текте. Унан өлгө буйынса жилет-разгрузкалар тегә башланы. Ә ел-ямғырҙан һаҡланыу өсөн кейем өҫтөнән кейерҙәй иркен плащтар тегә. Былар ялан шарттарында хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәр өсөн бик кәрәк.

Роза Рәфҡәт ҡыҙы хәрби бурыстарын үтәүсе яҡташтары өсөн ярҙам үҙәгенең заказдарын үтәй. Барыһы ла сифатлы материалдан эшләнә.

belizv-bash.ru

Хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән
Хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән
Автор:
Читайте нас